Эстәлеккә күсергә

Мэри Шелли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
{{{Исеме}}}

Мэ́ри Ше́лли (ингл. Mary Shelley, тыуғанда Мэри Уолстонкрафт Годвин ингл. Mary Wollstonecraft Godwin) (30 август 1797, Лондон — 1 февраль 1851, шунда уҡ) — инглиз яҙыусыһы, иртә фәнни фантастика өлгөһө булған «Франкенштейн, или Современный Прометей» (1818) готик романы авторы. Ул шулай уҡ ире, шағир-романтик һәм философ Перси Биш Шелли әҫәрҙәрен мөхәррирләй һәм үрләтә. Атаһы — сәйәси философ Уильям Годвин, ә әсәһе — философ һәм әүҙемсе феминист Мэри Уолстонкрафт.

Мэри Шелли Лондонда, Англияла, билдәле уҡытыусы һәм яҙыусы Мэри Уолстонкрафт һәм либераль, анархизм һәм атеизм ҡараштарын яҡлаған билдәле философ һәм журналист Уильям Годвин ғаиләһендә тыуа. Уның әсәһе бала тапҡандан һуң күп тә үтмәй вафат була, һәм атаһы Мэри һәм уның берҙән-бер һеңлеһе Фэнни Имлейҙы тәрбиәләргә мәжбүр була. Атаһы, уны үҙенең анархистик сәйәси теорияларына тоғро ҡалырға дәртләндереп, бай, әммә рәсми булмаған белем бирә. Дүрт йәшендә атаһы күршеһе Мэри Джейн Клермонтҡа өйләнә, үгәй әсәһе менән Мэриҙың мөнәсәбәттәре ҡатмарлы була.

Перси һәм уның беренсе ҡатыны Гарриет Лондондағы Годвиндар йортона килә, һәм шул ваҡытта ҡыҙ атаһы кеүек үк ирекле фекерле һәм радикаль Перси Биш Шелли менән таныша. 1814 йылдың йәйендә ике ғашиҡ, Перси һәм 16 йәшлек Мэри, Францияға Мэриҙың үгәй һеңлеһе Клара Клермонт янына ҡаса. Шағир өс йыл элек тә Гарриет менән ҡасҡан була, тимәк, был уның икенсе ҡасыуы була. Бер нисә аҙна үткәндән һуң улар ҡайта, Годвиндың уларҙы күрергә лә теләмәүенә йәш пар хайран ҡала.

Мэри өсөн эше һәм, күңел төшөнкөлөгөнә һәм фажиғәләәргә сәбәп булыуына ҡарамаҫтан, бөтә тормошоноң мөхәббәте булып ҡалған Перси йыуаныс була. Перси тәүге йылдарҙа шулай уҡ үҙенең тормош юлдашы менән ҡәнәғәт була. Ул Мэриҙың «шиғриәтте тойоуына һәм философияны аңлауына» шатлана, әммә ул да, Гарриет кеүек үк, ҡатынын дуҫы Томас Хогг менән уртаҡлашыу тәҡдименән баш тарта. Шулай Итеп, Мэри Персиҙың күп шиғырҙарында яҙған "ысын мөхәббәт"кә эске ынтылышы менән ирекле мөхәббәт идеалдарына тоғролоғо һәр ваҡыт конфликтҡа инәсәген аңлай.

1816 йылдың ғинуарында улдары Уильям тыуа; уға исем Мэриҙың атаһы хөрмәтенә бирелә. 1816 йылдың 30 декабрендә, Персиҙың ҡатыны үҙ-үҙенә ҡул һалғандан һуң күп тә үтмәй[1], ир Мэри менән никахлаша.

1816 йылда ирле-ҡатынлы һәм үгәй Һеңлеһе Мэри, билдәле булыуынса, йәйен Лорд Байрон һәм Джон Уильям Полидори менән Швейцарияла, Женеванан алыҫ булмаған ерҙә, үткәрә, Шелли бында үҙенең «Франкенштейн» романы идеяһын уйлап таба. Шелли 1818 йылда Бөйөк Британиянан Италияға китә, унда уларҙың тәүге ике балаһы вафат була. Перси Флоренс Шелли — Мэри Шеллиҙың һуңғы һәм берҙән-бер иҫән ҡалған балаһы. 1822 йылда уның ире, Ливорнонан «Ариэль» шхунаһында өйөнә ҡайтып барғанда, Виареджо янында дауыл ваҡытында елкәнле кәмәһе менән батып үлә[2]. Бер йылдан һуң Шелли Англияға ҡайта һәм шул ваҡыттан алып үҙен улын тәрбиәләүгә һәм профессиональ яҙыусы карьераһына бағышлай. Ғүмеренең һуңғы ун йылында баш мейеһендәге шеш менән бәйле сир эҙәрлекләй, һәм 53 йәшендә уның ғүмерен өҙә.

1870-се йылдарға тиклем Шелли башлыса ире әҫәрҙәрен һәм «Франкенштейн» романы баҫтырыу буйынса тырышлығы менән билдәле була. Уның романын яратып уҡыйҙар, был әҫәр театр һәм киноадаптациялар булдырыуға илһам бирә. Һуңғы тикшеренеүҙәр Шеллиҙың ҡаҙаныштары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә. Ғалимдар уның әҙәби әҫәрҙәренә, бигерәк тә уның романдарына ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, улар араһында «Вальперга» (1823) һәм «Перкин Уорбек» (1830) тарихи романдары, «Һуңғы кеше» (1826) апокалиптик романы һәм уның һуңғы ике романы — «Лодор» (1835) һәм «Фолкнер» (1837) бар. Уның Германия һәм Италия буйлап сәйәхәт итеү тураһындағы «Странствия по Германии и Италии» (1844) китабы һәм Дионисий Ларднерҙың «Кабинет энциклопедияһы» өсөн биографик мәҡәләләре (1829—1846) кеүек аҙ билдәле хеҙмәттәрен өйрәнеү Шелли ғүмер буйына сәйәси радикал булып ҡалған тигән фекерҙе раҫлай. Шеллиҙың хеҙмәттәрендә йыш ҡына хеҙмәттәшлек һәм теләктәшлек, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар ғаиләлә ҡулланғаны, граждандар йәмғиәтенә реформа алымы булғандар, тип раҫлана. Был ҡараш Перси Шелли пропагандалаған индивидуалистик романтик идеалға һәм атаһы Уильям Годвин тарафынан формалаштырылған мәғрифәтселек дәүеренең сәйәси теорияларына туранан-тура ҡаршы тора.

Мэри Шелли 1851 йылдың 1 февралендә вафат була.

Женева күле һәм «Франкенштейн»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылдың майында Мэри Годвин, Перси Шелли һәм уларҙың улдары Клэр Клэрмонт менән Женеваға бара. Улар йәйҙе шағир Лорд Байрон менән үткәрергә йыйына. Байрон менән мөнәсәбәттәре һөҙөмтәһендә Клэр балаға уҙа. Улар 14 майҙа килә, ә Байрон 25 майҙа ғына үҙенең табибы Джон Уильям Полидори менән уларға ҡушыла. Был ваҡытта Мэри Годвин үҙенә миссис Шелли, тип мөрәжәғәт итеүҙе кәрәк тип таба. Женева күле янындағы Колоньи ауылында Байрон вилла, Ә Перси Шелли — яр буйында урынлашҡан ябай йортто ҡуртымға ала. Улар, ижад итеп, кәмәлә йөрөп һәм төнгө әңгәмәләр ҡороп, ваҡытын үткәрә.

«Йәй дымлы һәм һалҡын булды», — тип хәтерләй һуңынан Мэри, — туҡтауһыҙ ямғыр беҙҙе көнө буйы өйҙән сығарманы". Бик күп темаларға әңгәмәләшеүҙәрҙән тыш, XVIII быуат философы һәм шағиры Эразм Дарвиндың эксперименттары тураһында ла бәхәс ҡоралар. Ул гальванизация мәсьәләләре менән шөғөлләнгәнгәнлектән (ул ваҡытта «гальванизация» термины электрогальваник ысул менән металл япмалар булдырыуҙы түгел, ә Луиджи Гальвани ысулы буйынса, үле организмға электр тогы менән тәьҫир итеп, мускулдарҙың ҡыҫҡартылыуына һәм терелеү күренешенә килтергән процесс), — был үле тәнде йәки тарҡау ҡалдыҡтарҙы терелтеү, тормошҡа кире ҡайтарыу мөмкинлеген аңлата. Хатта уның үле материяны терелтә алыуы тураһында имеш-мимештәр йөрөгәән. Байрон виллаһындағы камин янында ултырған компания шулай уҡ немец өрәктәре тураһында хикәйәләр уҡып күңел асҡан. Байрон уларҙың һәр береһенә «тәбиғи булмаған» хикәйә яҙырға этәрә. Күп тә үтмәй, Мэри Годвиндың «Франкенштейн» әҫәрен яҙыу идеяһы төшөнә керә:

« Миңә үҙе берләштерергә маташҡан йән эйәһе өҫтөнә эйелгән ағарынған төҫтәге ғалим, оккульт фәндәренә эйәреүсе күренде. Был кеше ҡиәфәтендәге ерәнгес фантом ине, ә һуңынан, ниндәйҙер ҡеүәтле двигателды ҡабыҙылғандан һуң, уның ҡатҡыл һәм көсһөҙ хәрәкәт иткән йәшәү билдәләре күренде. Был ҡот осҡос күренеш; һәм Барлыҡҡа Килтереүсенең камил механизмын кешенең теләһә нисек алдап маташыуының эҙемтәләре юғары дәрәжәлә бик ҡурҡыныс буласаҡ. »

Мэри башта новелла жанрында булырға тейешле әҫәр өҫтөндә эш башлай. Новелла, Перси Шеллиҙың энтузиазмы йоғонтоһонда, Мэриҙың беренсе Һәм «Франкенштейн, йәки Хәҙерге Прометей» тип аталған роман күләменә иклем үҫә. Был роман 1818 йылда баҫылып сыға, беренсе баҫмаһы аноним була[3]. Һуңғараҡ Швейцарияла үткәргән ошо йәйен «мин бала саҡтан ысын тормошҡа беренсе тапҡыр» күскән осор, тип һүрәтләй ул.

Мэри Шелли яҙыусы булараҡ етди ҡабул ителә, әммә рецензенттар уның эштәренең сәйәси йүнәлешен йыш ҡына иғтибарһыҙ ҡалдыра. Әммә вафатынан һуң ул башлыса Перси Биш Шелли ҡатыны һәм «Франкенштейн» романы авторы булараҡ иҫтә ҡала[4]. Мэри Шеллиҙың 1945 йылда баҫылған хаттары тураһында яҙмаларында мөхәррир Фредерик Джонс былай тип яҙа: "Хәҙерге ҙурлыҡтағы төрлө әҫәрҙәр коллекцияһы хаттарҙың дөйөм сифаты йәки Мэри Шеллиҙың яҙыусы булараҡ әһәмиәте менән аҡлана алмай. Әммә уның Перси Биш Шеллиҙың ҡатыны булыуы беҙҙә ҡыҙыҡһыныу уята (англ. «A collection of the present size could not be justified by the general quality of the letters or by Mary Shelley’s importance as a writer. It is as the wife of Percy Bysshe Shelley that she excites our interest»)[5][6].

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Оригинальные тексты (англ.).

Рәссам һәм әҙәбиәтсе Люси Мэдокс Браун үҙенең альтер эгоһы итеп яҙыусының беллетризацияланған биографияһын күрһәтә.

  1. Harriet Shelley. knarf.english.upenn.edu. Дата обращения: 17 октябрь 2018. Архивировано 16 октябрь 2018 года.
  2. Дауден Э. Очерк жизни Шелли // Шелли П. Б. Избранные произведения. Стихотворения. Поэмы. Драмы. Философские этюды. — М., Рипол классик. — 1998. ISBN 5-7905-0113-3
  3. Title: Frankenstein, or, The Modern Prometheus (ингл.). www.isfdb.org. Дата обращения: 17 октябрь 2018. Архивировано 17 октябрь 2018 года.
  4. Mellor, xi, 39.
  5. Qtd. in Blumberg, 2.
  6. Bennett, «Finding Mary Shelley», 291.
  • Мэри Шелли «Фантастика лабораторияһы» сайтында  (рус.)

Ҡалып:Мэри Шелли Ҡалып:Франкенштейн [[Категория:Фәнни фантастика һәм фэнтези Дан залы ағзалары